Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Октябрь 2019, 11:26

Ереванда Евразия иҡтисад форумы

Иҡтисад форумында Владимир Путин да ҡатнаша.

Иҡтисад форумында Владимир Путин да ҡатнаша.
Форум үтәсәк бинаға инер алдынан Грузия журналисы Рәсәй Президентына: “Һеҙ ҡасан вәғәҙәләрегеҙҙе үтәй башлаясаҡһығыҙ?”, - тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Владимир Путин: “Беҙ, һәр саҡ үҙ вәғәҙәләребеҙҙе үтәйбеҙ”,- тип яуап бирҙе. Әммә быны журналист ишетмәне, шикелле. Билдәле булыуынса, 20008 йылдың август айында, Грузия ғәскәрҙәре Көньяк Осетияның баш ҡалаһы Цхинвал ҡалаһын утҡа тотто. Рәсәй, үҙ ғәскәрҙәрен индереп тыныслыҡ урынлаштырҙы. Көньяк Осетия халҡының күбеһе Рәсәй гражданлығын алды. Мәскәү Көньяк Осетияның үҙаллылығын таныны. Был ваҡиғаларға 11 йыл үткәндән һуң да, Владимир Путин:“Рәсәй, Көньяк Осетияға ярҙам итеүен дауам итәсәк”,- тип белдерҙе.
#ВладимирПутин
Читайте нас: