Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Октябрь 2019, 08:40

Республика Башлығы ағас ултыртыу акцияһының һөҙөмтәләрен контролдә тота

Шәмбе, 5 октябрҙә, республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла. Мәсьәлә хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә тикшерелде.

Шәмбе, 5 октябрҙә, республикала «Йәшел Башҡортостан» акцияһы уҙғарыла. Мәсьәлә хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә тикшерелде.
«Ағас ултыртырға, тематик аллеялар эшләргә, халыҡты йәлеп итергә һөйләштек. Әгәр кешеләр килеп тә ҡатнаша алмаһа, уларҙың башланғысын юҡҡа сығыр», — тип иҫкә төшөрҙө республика етәксеһе.
Радий Хәбиров үҙенең Хакимиәте хеҙмәткәрҙәренә ултыртыу урындары, материалдарҙың күләме, ҡатнашыусылар һанын иҫәпләү, халыҡты йәлеп итеү алымдары буйынса аныҡ мәғлүмәттәр алыу өсөн муниципалитеттар менән кәңәшмә үткәрергә ҡушты. Акция тамамланғас, муниципалитеттар фотоотчеттар тапшырырға тейеш.
Читайте нас: