Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Октябрь 2019, 14:21

Ас ҡарынға нимә ашарға ярамай

Ас ҡарынға нимә ашарға ярамай.

Банан. Бананда магний күп булыуы сәбәпле, ас килеш ашағанда организмда магний-кальций балансы боҙолоуы ихтимал. Был иһә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуына килтереүе мөмкин.
Әфлисун. Ашҡаҙанды газ һәм кислота менән тултыра.
Һалҡын эсемлектәр. Улар ашҡаҙанды һәм эсәктәрҙе елһетә. Һөҙөмтәлә фермент реакцияһы боҙолоуы төрлө ауырыуға сәбәпсе була.
Картуф. Шәкәрлерәк картуфты ла ашарға кәңәш ителмәй. Ундағы пектиндар һәм кислота ашҡаҙан һуты бүленеп сығыуға булышлыҡ итә. Һөҙөмтәлә кеше эсе ауыртыуға зарлана башлай.
Йогурт. Ас ҡарынға йогурт ашаһаң, ул бер ни тиклем файҙалы үҙенсәлектәрен юғалта. Уны ашағандан һуң 2 сәғәт үткәс йәиһә йоҡлар алдынан эсергә ҡушалар. Был осраҡта ул ысынлап та аш һеңдереүгә ярҙам итә.
Хөрмә. Был емештә пектин менән кислоталар күп. Улар ашҡаҙан һуты менән бәйләнешкә ингәндә гель рәүешендәге матдәгә әүерелә. Һөҙөмтәлә ашҡаҙанда таш барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Помидор. Уға ла, хөрмәнеке кеүек, кире эҙемтәләр хас.
Шәкәр. Бик тиҙ үҙләштерелә. Шәкәр буш ашҡаҙанға төш-кәс, кеше организмы ҡанда уны нормаль кимәлдә тоторлоҡ инсулин бүлеп сығара алмай. Был иһә күҙ өсөн зыянлы. Өҫтәүенә, шәкәр һелте балансын боҙоуға һәләтле.
Һарымһаҡ. Уның составындағы аллицин ашҡаҙан һәм эсәкте елһетә, һөҙөмтәлә ашҡаҙан ауы-
рыуҙары барлыҡҡа килә.
Шуға күрә, хатта бик ныҡ асыҡһағыҙ ҙа, нимә етте, шуны ашарға ашыҡмағыҙ. Ас ҡарынға бөтә ризыҡ та килешеп бөтмәүен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.
Нимәнән эс ауырта?
1. Үҙәктән иң өҫтә ауыртһа, гас-
триттан булыуы ихтимал. Шулай уҡ инфаркт һәм аппендицит билдәләре булыуы мөмкин.
2. Уң яҡтан ҡабырға аҫтынан ауыртыу. Ул киҫкен, ныҡ булһа, күңел болғанһа һәм уң яҡ яурынға бәрһә, был бауыр һәм үт ҡыуығына бәйле булыуы ихтимал. Шулай уҡ үт ҡыуығында таш булыуын да иҫкәртеүе бар. Ә инде аппетит юғалып, үтмәй ҙә, китмәй ҙә торған үтә ныҡ булмаған ауыртыу үт юлдарының ҡыҫылыуы хаҡында иҫкәртә. Шулай уҡ С гепатиты киҫкенләшкәндә, А һәм В гепатиттары һәм ба-
уыр ауырыуы булғанда шундай ауыртыу барлыҡҡа килә.
3. Уң яҡтан бил тәңгәлендә ауыртыу, ғәҙәттә, бөйөрҙөң сәнсеүен аңлата. Шулай уҡ түллек биҙҙәренең елһенләнеүенән, остеохондроз менән аппендициттан да була.
4. Һул яҡ ҡабырға аҫтынан ауыр-
тыу - панкреатит билдәһе. Шулай уҡ ашҡаҙанға һәм бөйән эсәгенә ҡан һауыуҙан да булыуы ихтимал.
5. Эс уртаһы күп ашауҙан, шулай уҡ дисбактериоздан ауырта.
6. Ауыртыу кендек аҫтынан бул-
ғанда, эсәктәр елһенеүен күрһәтә. Ҡайһы саҡта вируслы инфекция-
ның эҙемтәһе лә булыуы ихтимал.
7. Эстең аҫҡы өлөшө ауыртыуы түллек өҫтәмәләренең елһенеүенә бәйле. Шулай уҡ циститтан, эндометриоздан, аналыҡтан тыш ауыр-ға ҡалыуҙан да була.
Читайте нас: