Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 18:02

“Һанлы”ға күс!” флешмобы үтте

“Күбәләк” һәм ирекмән: һанлы телевидениеға күсеү йәһәтенән флешмоб үткәрелде.

Антон Локоцков фотоһы.
Антон Локоцков фотоһы.
14 октябрҙә Башҡортостан һәм илдең 20 төбәге һанлы телевидениеға күсеүҙе тамамлай. Был дүртенсе һәм һуңғы этап. Шул мәлдән бөтә ил яҡшы сифатта бушлай 20 канал ҡарай ала. Әгәр ҙә телевизорың иҫке икән, сигналды приставка ғына ҡабул итәсәк. Ә уны һеҙгә тоташтырыуҙа ирекмәндәр ярҙамға киләсәк. Шулай булғас, ирекмәндәр ҙә һанлы телевидениеға күсеүҙә мөһим роль уйнай.
2 октябрҙә ҡаланың Металлургтар майҙанында ирекмәндәр һәм ҡаланың уҡыу йорттары студенттары флешмобҡа теҙелде. Ҡала үҙәгендә 250 студент һанлы телетапшырыуҙың төп логотибы - “Күбәләк”те төҙөнө. Флешмобҡа теҙелеүселәр өҫтөнән осҡан квадрокоптерҙан эмблема, бигерәк тә, асыҡ күренде. Акция 14 октябрҙән һуң Рәсәй субъекттарында аналог тапшырыуҙар туҡтатылып, һанлы телевидениеға күсеүҙе иҫкәртеү маҡсатынан ойошторолдо.
Читайте нас: