Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 14:19

Бөгөн йылы һәм яуым-төшөмһөҙ

Аҙна башында һауа торошо Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыуандырыуын дауам итә.

Аҙна башында һауа торошо Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыуандырыуын дауам итә.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, бөгөн, 7 октябрҙә, республика биләмәһендә яуым-төшөмһөҙ йылы һауа торошо көтөлә — көндөҙ һауа +16,+21 градусҡаса йылына. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр, көсәйгәндә 15 метрға етеүе ихтимал.
«8 октябрҙән башлап республикала һауа торошо үҙгәрә башлай. Яуым-төшөм ихтималллығы арта, һауа температураһы түбәнәйә, ләкин барыбер норманан юғарыраҡ була», — тип иҫкәртә синоптиктар.
Читайте нас: