Белорет ҡалаһындағы Рессор һәм пружиналар етештереүсе заводта килеп тыуған хәл Башҡортостан башлығы Инвестсоветында ҡараласаҡ.
Завод ике учредителгә – Владимир Скрипка һәм Иван Радченкоға ҡарай. Быйыл июндә Иван Радченконың вафатынан һуң предприятиела аңлашылмаусанлыҡтар башланған. Заводтағы финанс – хужалыҡ буйынса мәғлүмәттәр төрлө сәбәптәр менән уның иҫән хужаһына еткерелмәй. Ойошманы топ-менеджерҙар тарафынан рейдрҙарса баҫып алыу барамы әллә учредитель яғынан уны банкротлыҡҡа әҙерләүме?
Яҡтарҙы яраштырыу –төп маҡсат тип билдәләнде, Өфөлә уҙған «Эшҡыуарлыҡ коррупцияға ҡаршы» республика йәмәғәт процедуралары үҙәге ултырышында. Сөнки заводта автомобиль, машина төҙөү һәм электротехника өлкәләре өсөн кәрәкле продукция етештерә. Уртаса эш хаҡы 42 мең һум.
Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы: Инвесторға ярҙам итергә һәм был көрәшкә сик ҡуйырға кәрәк. Кире осраҡта предприятиены ябыуға тиклем алып барып еткереү ихтималлығы ҙур. Ойошма республикаға һалым түләүсе орган. Эшҡыуарлыҡта бындай хәлдәрҙе булдырмау бурысы тора. Сөнки инвестициялар күләмен арттырыу маҡсатында эшләйбеҙ”.