Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 18:05

Финал сабыштарында ҡатнашасаҡ

Бына, ниһайәт, финал да етте. 11 октябрҙә Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында “Терра-Башҡортостан” ат-спорт турнирының финал ярыштары үтә. Сабыштар Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналып үткәрелә. IV этап һөҙөмтәләре буйынса, финал ярышында Сосновканан Альфред Мөхәмәтйәров та ҡатнаша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, май айында үткән этапта Белорет районы һәүәҫкәр-жокейҙары Архангел, Асҡын, Мишкә райондары һәүәҫкәрҙәре менән ярышҡайны. Һөҙөмтәлә Альфред Мөхәмәтйәров “Карат” ҡушаматлы аты менән финалға үтте. Ат өҫтөндә ныҡлы ултырған Альфред Белорет, Учалы, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында үткән бәйгеләрҙә, һабантуйҙарҙа ҡатнашып, күптән инде танылыу яулаған.
Барлыҡ райондар ҡатнашып бөткәндән һуң, ун ике этап еңеүселәре Республика көнөндә үтәсәк “Терра-Башҡортостан” финал турнирында ярышасаҡ. Тик ул өйрәнгән "Карат"ында түгел, ә ипподром аттарында уҙышасаҡ. Райондашыбыҙҙың был юлы ла һынатмаҫына ышана белореттар.
11 октябрҙә финал турнирын Башҡортостан юлдаш телеканалыңда күҙәтә алаһығыҙ.
Читайте нас: