-19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 06:20

Милли проект ярҙамында - юғары күрһәткестәргә

Республикабыҙҙа тағы ла дүрт предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллекте яҡлау” милли проектында ҡатнаша. Нефтекамалағы “Малыш”, Өфөләге “Уфамолзавод”, “НПФ Геофизика” йәмғиәттәре, Стәрлетамаҡтағы “Авангард” заводы шул турала килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Милли проектта ҡатнашыусы ойошмалар хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү буйынса эксперттарҙың бушлай ярҙамына иҫәп тота ала. Был уларға хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәрергә, заманса алымдар үҙләштереп, һөҙөмтәлерәк эшләргә, юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшергә булышлыҡ итәсәк.Ойошмалар шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе яңынан уҡытыуға сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидиялар алырға мөмкин. Бынан тыш, улар Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондынан 50 меңдән 300 миллион һумға льготалы займ алыу мөмкинлегенә эйә. Займ йылына 1 процент ставка менән биш йылға ҡәҙәр бирелә.Бөгөн республикабыҙҙа 42 предприятие ошо программала ҡатнаша. Йыл аҙағына тиклем улар һаны 50-гә етергә тейеш.#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан