Әзербайжан һәм Ҡаҙағстан президенттары “Путин факторы” тураһында һөйләнеләр.
“Рәсәй быуат башындағы кризисты “Путин факторы” арҡаһында еңеп сыға алды”, тип белдерҙе Әзербайжан Президенты Илһам Алиев “Валдай” халыҡ-ара дискуссия клубының пленар ултырышында.
“Рәсәйҙең апуыр һынауҙарҙан лайыҡлы сыға алыуына нәҡ “Владимир Путин факторы” булышлыҡ итте, - тине Әзербайжан лидеры. – Был – ысын дөрөҫлөк һәм быны барыһы ла белергә белергә тейеш”.
Ошоға оҡшаш һүҙҙәрҙе Ҡазағстан Президенты Ҡасым-Жомарт Токаев та әйтте. Ул Рәсәйҙе бөйөк дәүләт тип әйтте һәм “уның конструктив ҡатнашлығынан тыш бер генә проблема ла – глобаль булһынмы ул, төбәк проблемаһымы – хәл ителә алмай”, - тип билдәләне. Бында төп ҡаҙаныш – Владимир Путиндыҡы, тип белдерҙе Токаев.