Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 11:40

Рәсәй Президенты коллегаһын ҡотланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Тажикстан Президенты Эмомали Рахмонды тыуған көнө менән ҡотланы. Путин әйтеүенсә, Тажикстан лидерының Мәскәү һәм Дүшәнбе араһындагы союздаш һәм партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен нығытыуға индергән өлөшөн Рәсәйҙә юғары билдәләйҙәр.

“Дәүләт башлығы посында үҙегеҙҙең күп йыллыҡ эшсәнлегегеҙ менән Һеҙ ватандаштар араһында һәм сит илдәрҙә лайыҡлы хөрмәт яуланығыҙ”, - тиелә Кремль сайтында.
Владимир Путин: “Тажикстан халҡы Рахмон етәкселегендә иҡтисади һәм социаль үҫеш йәһәтенән һиҙелерлек уңыштарга иреште”, - тип асыҡланы. Ул шулай уҡ Тажикстан президентының Евразия биләмәләрендә һәм Үҙәк Азияла именлекте һәм тотороҡлоҡто тәьмин итең буйынса индергән өлөшөн билдәләне.
Рәсәй лидеры “төрлө тармаҡтарҙа ике яҡлы хеҙмәттәштекте үҫтереү, иптәштәрсә аралашыуҙы дауам итергә әҙер булыуын” раҫланы.
#ВладимирПутин
Читайте нас: