Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 16:49

Республикала студенттарҙы һәм уҡыусыларҙы наркотиктарға тикшерәләр

Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары наркотиктарға тест үтергә тейеш. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.

Юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары наркотиктарға тест үтергә тейеш. Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғо хоҡуҡи мәғлүмәт сайтында баҫылған.
Документта хәбәр ителеүенсә, тикшереүҙәр уҡыусылар һәм студенттар араһында наркотик матдәләр ҡулланыу осраҡтарын иртә асыҡлау өсөн уҙғарыла. Тикшереүҙәр йыл һайын Һаулыҡ һаҡлау министрлығы раҫлаған медицина ойошмалары етәкселегендә ойошторолорға тейеш. Әйтәйек, Өфөлә тест 1-се Республика наркология диспансерында үткәрелә, ә Өфө районы уҡыусылары һәм студенттары 21-се ҡала клиник дауаханаһына ебәрелә.
Читайте нас: