-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Октябрь 2019, 12:30

«Йәшел Башҡортостан»: республикала 138 мең кеше бер көндә 69 мең ағас ултыртты

Республикала 138 мең кеше, уларҙың 93 меңдән ашыуы — балалар, 5 октябрҙә барлыҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа уҙған «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнашты.

Республикала 138 мең кеше, уларҙың 93 меңдән ашыуы — балалар, 5 октябрҙә барлыҡ ҡалаларҙа һәм райондарҙа уҙған «Йәшел Башҡортостан» акцияһында ҡатнашты.
«Бер көндә Башҡортостанда, Республика көнө алдынан, 69 мең ағас ултыртылды, шуларҙың 38 меңе — бейек ағастар. 396 тораҡ пункт йәшелләндерелде. Был көндө йәшелләндерелгән участкаларҙың дөйөм майҙаны 146 гектар тәшкил итте», — тип белдерҙе республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың вице-премьеры, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев.
Акцияның төп маҡсаты — экологик проблемаларға иғтибарҙы йәлеп итеү, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы йәшелләндереү, уларҙың тышҡы йөҙөн күркәмләндереү.
Борис Беляев һүҙҙәренсә, «акцияла тотош ғаиләләре менән ҡатнаштылар», ололар ҙа байтаҡ ине.
Ултыртылған ағастар иҫәбендә — ҡарағай, шыршы, ҡайын, йүкә, каштан, тирәк, шулай уҡ гөлйемеш, миләш, спирея үҫентеләре.
Дөйөм алғанда, Башҡортостанда 245 тематик аллея булдырылды. Улар араһында — Стәрлетамаҡта Батырлыҡ аллеяһы — республикала иң оҙоно, Нефтекамала саған аллеяһы. Бынан тыш, иҫәп буйынса икенсе акция үткәреү һөҙөмтәһендә Башҡортостанда «Сипайлово ҡарағайҙары» аллеяһы, Тормош аллеяһы, Ғаилә аллеяһы, Азатлыҡ аллеяһы, балалыҡ скверы һәм башҡалар барлыҡҡа килде.
«Ошо күләмле акцияға һәйбәт әҙерләнгәндәре һәм үткәргәндәре өсөн барлыҡ муниципалитеттарға рәхмәт белдерәм. Республикабыҙ тағы ла матурланды. Хәҙер ултыртылған ағастар һәләк булмаһын өсөн уларҙы дөрөҫ тәрбиәләүҙе ойоштороу мөһим», — тип өҫтәне вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров та акцияға ҡушылды һәм Сипайлово биҫтәһендә Яр буйы урамында Өфө мэры Өлфәт Мостафин, 155-се лицей уҡытыусылары, уҡыусылары һәм ата-әсәләр менән бергә ҡарағайҙар ултыртты. Дөйөм алғанда, бында 100-ҙән ашыу ағас ултыртылды.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, беренсе «Йәшел Башҡортостан» акцияһы 2019 йылдың апрелендә уҙҙы. Унда 160 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. 164 тематик аллея булдырылды, 109 меңдән күберәк ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды.