Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 11:12

Интернет селтәрендә Владимир Путиндың тайгалағы ялынан видео барлыҡҡа килде

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең тыуған көнө алдынан Себер тайгаһында ял итте. Бөгөн Кремль сайтында дәүләт башлығының тәбиғәттә йөрөгән видеоһы баҫылды.

Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең тыуған көнө алдынан Себер тайгаһында ял итте. Бөгөн Кремль сайтында дәүләт башлығының тәбиғәттә йөрөгән видеоһы баҫылды.
Президент оборона министры Сергей Шойгу менән Себер урманында йөрөй. Кадрҙа ялға туҡтаған ваҡытта Шойгуның урман еләген соҡоп алғаны күренә. «Мәскәү өлкәһендәге баҡсаңа ултыртырһың », — тип йылмайып кәңәш бирҙе президент. Быға яуап итеп Шойгу үҫемлектең Мәскәү өлкәһендә үҫеп китеренә шикләнеүен белдерҙе: «Мәскәүҙә һауаны, һыуҙы шундай итергә кәрәк».
«Һәр хәлдә, шуға ынтылырға кәрәк», — тине дәүләт башлығы, етди тонға күсеп.
Тағы бер тапҡыр туҡтаған арала Путин менән Шойгу усаҡ янында ултырып алды.
Дәүләт башлығы, уның һүҙҙәренсә, бейеклеге ике мең метрға яҡын булған тауҙың башына ла менеп етте. «Бынан Енисей матур күренә», — тип билдәләне ул.
«Болоттарҙан юғары. Болоттарҙан күпкә юғарыраҡ. Болоттарҙан юғарыраҡ мендек», — ти президент.
Бөгөн, 7 октябрҙә, Владимир Путин тыуған көнөн билдәләй, уға 67 йәш тула. Президент үҙенең байрамын «тәбиғәттә, туғандары һәм яҡындары менән уҙғарырға йыйына», тип хәбәр итә ТАСС Кремлдең матбуғат секретары Дмитрий Песковҡа һылтанма менән.
#ВладимирПутин
Читайте нас: