Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 16:23

Проект эскелеккә ҡаршы йүнәлтелә

Эскелектән яфаланған ғаиләләргә ярҙам итеү, уларҙы тулы ҡиммәтле тормошҡа ҡайтарыу, ата-әсәһе тере килеш балаларҙы етем ҡалдырыуға юл ҡуймау – “Минең ғаиләм” республика проекты тап ошондай маҡсат ҡуя. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова проект менән таныштырҙы.

Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесе әйтеүенсә, нигеҙҙә, күп ғаиләләр эскелек арҡаһында тарҡала. Балалар йыш ҡына приютҡа эләгә. Әле бындай учреждениеларҙа 3200-гә яҡын сабый тәрбиәләнә.
– Тап шуға күрә “Минең ғаиләм” проекты нигеҙендә бәлиғ булмағандарҙы социаль реабилитациялау йәһәтенән бөтә власть органдарының тырышлығын берләштерергә ниәтләнек, – тине Лилиә Ғүмәрова. – Быйыл августа 1153 бала үҙ ғаиләһенә кире ҡайтарылды, тағы ла 500-гә яҡыны опекаға йәки икенсе ғаиләләргә тапшырылды.
Проект ғаиләләрҙе эскелектән комплекслы дауалауға ҡорола. Сенатор билдәләүенсә, дауалау граждандарға медицина ярҙамын бушлай күрһәтеүҙең дәүләт гарантиялары программаһы аҡсаһына тормошҡа ашырыласаҡ.
– “Минең ғаиләм” проекты республикабыҙҙа ғәмәлгә индерелде, уны этаплап тормошҡа ашырасаҡбыҙ, – тине төбәк Башлығы Радий Хәбиров. – Был эш айыҡ тормошто пропагандалау һәм эскелеккә, суррогат етештереүгә ҡаршы көрәш юҫығында алып барыла.
Читайте нас: