Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 14:19

Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров дәүләт наградаларын тапшырҙы

Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантана Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында уҙҙы. Бөтәһе 62 кеше ордендар, исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тантана Өфөлә Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында уҙҙы. Бөтәһе 62 кеше ордендар, исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Бүләкләнеүселәр араһында сәнәғәт, төҙөлөш, энергетика, элемтә, дәүләт хеҙмәте, сауҙа, социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, фән, мәҙәниәт һәм сәнғәт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, физкультура һәм спорт өлкәһе вәкилдәре бар.
«Һеҙҙең һәр берегеҙ – беҙҙең ғорурлыҡ һәм именлек, республиканың алтын фонды. Әйтәйек, күптәр Рәзиф Абулкарам улы Рапиевты СССР-ҙың еңел атлетика буйынса йыйылма командаһы табибы булараҡ хәтерләй. Һеҙ, Рәзиф Абулкарам улы, классик грек-рим көрәше өсөн дә яуаплы инегеҙ. Йыйылмала табиптың ни тиклем кәрәк икәнен бөтә спортсылар ҙа яҡшы белә. Ул командала иң мөһим кешелер, моғайын. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Бөгөн беҙ Нефтекамскстройзаказчик» муниципаль предприятиеһы директоры Владимир Борисович Громовты ла ҡотлайбыҙ. Һеҙгә һәм һеҙҙең төҙөлөш ойошмаһы коллективына айырым рәхмәт белдерәм. Бөгөн һеҙ - Нефтекама ҡалаһының алданған өлөшсөләр проблемаһын хәл итеүҙә беҙҙең төп ярҙамсыларыбыҙ. Ошо көндәрҙә һеҙҙең ҡалала ике йорт файҙаланыуға тапшырылды. 139 ғаилә күсенде, йәшәйҙәр, ҡыуаналар һәм изге теләктәрен еткерәләр», - тине ҡотлау телмәрендә Радий Фәрит улы.
Юғары наградалар алыусылар рәтендә Иҙел башының да лайыҡлы вәкилдәре булыуы ҡыуандыра. «Белорет рессора һәм пружиналар заводы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте контролеры КУДРИНА Нина Ивановна «Башҡортостан Республикаһының алдынғы машина эшләүсеһе», «Металлург» туҡланыу идаралығының яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары ЛЕВАНИНА Ольга Борисовна «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре» исемдәренә лайыҡ булды. ҠОТЛАЙБЫҘ!
Читайте нас: