Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Октябрь 2019, 10:46

Йөҙгә яҡын ағас ултыртылды

Белореттар “Йәшел Башҡортостан" акцияһына дәррәү ҡушылды.

Белореттар “Йәшел Башҡортостан" акцияһына дәррәү ҡушылды.
5 октябрь, Республика көнө алдынан "Тәбиғәтте һаҡлау өсөн" экологик хәрәкәт "Йәшел Башҡортостан" акцияһында ихлас ҡатнашты. Ҡала ситендәге Сталевар монументы эргәһендә йөҙгә яҡын ҡайын ағасы ултыртылды. Яҙын был территорияға "Башҡортостанға 100 йыл" аллеяһы исеме бирелгәйне.
Ойошторолған сара йыр-моң, яҡшы кәйеф менән үрелеп барҙы. Өмәнән һуң барыһы ла бутҡа, сәй менән һыйланды.
Читайте нас: