Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 14:20

Башҡортостан Башлығы "Алтын көҙ" күргәҙмәһендә

Кисә Мәскәүҙә "Алтын көҙ" XXI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эшләй башланы. Сара 13 октябргә тиклем дауам итә.

Кисә Мәскәүҙә "Алтын көҙ" XXI Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһе эшләй башланы. Сара 13 октябргә тиклем дауам итә.
Күргәҙмәлә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үҙенең урынбаҫары Алексей Гордеев һәм ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушев менән бергә Башҡортостандың стендын ҡараны, унда төбәктең инвестиция мөмкинлеге, шулай уҡ тармаҡ үҫешенең төп йүнәлештәре һәм иң эре проекттары менән танышты.
Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте рәйесенә аграр тармаҡты үҫтереүҙең маҡсатлы күрһәткестәре һәм ярҙам саралары тураһында һөйләне. Айырым алғанда, төбәктә кооперацияны киңәйтеү, кооперативтар тарафынан етештерелгән продукция күләмен арттырыу тураһында хәбәр итте.
2024 йылға уларҙың һанын әлеге 106-нан 500-ә тиклем арттырыу планлаштырыла. Дөйөм алғанда, Башҡортостан Башлығының "сентябрь указы" менән агросәнәғәт тармағы эшенең төп йүнәлештәре билдәләнгән.
Читайте нас: