Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 14:32

Белорет пенсионерының банкта һаҡланған аҡсаһы юғалған

Белоретта йәшәгән Виктор Тимофеевҡа - 90 йәш. Ул ветеран, тыл эшсәне һәм инсульт кисергән инвалид. Бер нисә йыл элек ул фатирын һатҡан һәм 300 мең һумын банкка һалған. Ай һайын үҙенең вклады буйынса сумманы тикшереп барған.

Уҙған йылда Виктор Трофимов иҫәптән күсермә эшләргә килгән. Ә уға аҡса юҡ, сөнки «клиент үлгән» тип әйткәндәр.
Беләһегеҙме, банк быны нисек аңлатҡан? Банк хеҙмәткәрҙәре гәзиттә ветерандың аҙашына арналған некрологты күргән һәм уның иҫәбен ябырға мөмкин тип хәл иткән. Хәҙер Викторҙың аҡсаһы ҡайҙа икәнен берәү ҙә белмәй.
Ветеран икенсе йыл рәттән Белореттан Силәбегә йөрөй: банктың төп офисы шунда урынлашҡан. Ике тиҫтәгә яҡын ултырыш үткәрелгән, барыһы ла һөҙөмтәһеҙ. Силәбе өлкәһенән Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Литовченко уға ярҙам итергә теләк белдергән. Ул ғәҙеллеккә өлгәшеү өсөн Эске эштәр министрлығына һәм прокуратураға һорауҙар ебәргән.
Банктағы аҡса - бик сәйер предмет. Улар бар ҙа, юҡ та кеүек.
Сығанаҡ: Башҡортостаным I яңылыҡтар
Читайте нас: