Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 14:14

Федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөләге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттар буйлап эш сәфәре яһаны

Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөләге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттар буйлап эш сәфәре яһаны.

Башҡортостан Республикаһы буйынса федераль инспектор Михаил Закомалдин Өфөләге балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приюттар буйлап эш сәфәре яһаны.
Калинин районындағы приютта ул балаларҙың йәшәү шарттары менән танышып, уҡыу кластары, ашхана, йоҡо бүлмәләре, буласаҡ ата-әсәйҙәр менән күрешеү бүлмәһе, музей һәм әҙәби кластарҙың торошон тикшереп кенә ҡалманы, балалар менән “Ҡорос” халыҡ театры башҡарыуында “Шаҡылдаҡ менән Сиҡылдаҡ мажаралары” әкиәтен ҡараны.
Тамаша һуңында Михаил Иванович театрҙың ижади төркөмөн тәшкил иткән М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттарына йылы һүҙҙәрен йәлләмәне.
“Һеҙгә был байрам өсөн рәхмәт, спектаклде рәхәтләнеп ҡараныҡ, кескәй тамашасыларҙың йөҙҙәрендә йылмайыу, күҙҙәрендә осҡон сағылды. Был һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙҙы иҫбат итә”, – тине ул.
Бынан тыш федераль инспектор “Ҡорос”тоң республикабыҙҙы “Театрлы Волга буйы” төбәк-ара фестивалендә лайыҡлы күрһәтеүенә ышаныс белдерҙе, уңыштар теләне.
Әкиәти тамашанан һуң, ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы тигәндәй, балалар ҙа сығыш яһап, концерт номерҙары бүләк итте. “Бик талантлылар, эскерһеҙ сығыштары өсөн ҙур рәхмәт!” тип ҡыуанысын йәшермәне студенттар.
Ижади төркөм бөгөн тағы ла Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен әкиәт тылсымы менән ҡыуандырҙы.
Йыр-моңға ҡоролған, мажараларға бай булған һәм яҡшылыҡҡа өндәгән, балаларға ғүмерҙең иң мөһим ҡиммәттәрен төшөндөргән спектакль береһен дә битараф ҡалдырманы.
Читайте нас: