Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 06:19

Милли проекттарҙа билдәләнгән саралар теүәл үтәлмәй

Ошо көндәрҙә Федерация Советы 2020-2022 йылдарға бюджет проектын ҡараны. Үкенескә ҡаршы, милли проекттарҙа билдәләнгән саралар теүәл үтәлмәй, тип белдерҙе Валентина Матвиенко эш барышына йомғаҡ яһап. Мәҫәлән, “Экология” милли проекты сиктәрендә бүленгән аҡса - 20, “Хеҙмәт етештерәүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам” – 35, “Һанлы иҡтисад” - 15 процентҡа ғына үҙләштерелгән.

Башҡортостанда иһә милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҡараш үтә лә етди. “Беҙ үҙебеҙҙең эшебеҙҙә иң тәүҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин раҫлаған милли проекттарға нигеҙләнергә тейешбеҙ. Президенттың милли проекттары беҙ бығаса күрмәгән ынтылышҡа нигеҙ булып тора”, – Республика Башлығы Радий Хәбировтың ошо һүҙҙәрендә был үтә лә мөһим документҡа булған мөнәсәбәт ярылып ята. Ә инде төбәк етәксеһенең социаль-иҡтисади үҫештең стратегик йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу тураһындағы Указы - федераль проекттарҙы уңышлы ғәмәлләштереү инструменты.Дөйөм алғанда, яҡын йылдарҙа Башҡортостан 2 триллион һумлыҡ тулайым төбәк продукты етештереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Социаль өлкәгә етди иғтибар биреләсәк. Мәҫәлән, Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн яҡындағы йылдарҙа 17,5 миллиард һум аҡса бүлеү ҡаралған. 45 мең урынлыҡ 60 мәктәп һәм 13 мең урынлыҡ 50 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһын төҙөү һәм реконструкциялау бурысы ҡуйылған.#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан
Читайте нас: