Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 13:08

Тыуған көнөң менән, Республикам!

Күп милләтле республикабыҙ тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан республиканың район-ҡалаларында байрам тантаналары үтә. Ҡала Мәҙәниәт һарайында ла Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты булды.

Күп милләтле республикабыҙ тыуған көнөн билдәләй. Ошо уңайҙан республиканың район-ҡалаларында байрам тантаналары үтә. Ҡала Мәҙәниәт һарайында ла Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылыш һәм байрам концерты булды.
Тантаналы йыйылыш алдынан район-ҡала мәктәптәре уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, медицина колледжы студенттары “Гүзәл” туҡымалар салоны ательеһында тегелгән сағыу, зауыҡлы, ҡупшы милли кейемдәрҙә сәхнә буйлап үтте. Шәхси эшҡыуар Резеда Рәфҡәт ҡыҙы Сайдарова етәкселек иткән салон-ателье кейемдәре төрлө йәштәгеләргә лә берҙәй килешә. Ә байрам тантанаһында иһә ҡыҙ һәм егеттәр милли кейемдәрҙе тамашасыға айырыуса ғорурлыҡ тойғоһо менән күрһәтте.
Сарала Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын башҡарыусы Урал Салауат улы Искәндәров, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айнур Илгиз улы Бейембәтов, муниципаль район Советы рәйесе Дилә Рәшит ҡыҙы Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығы Владислав Геннадьевич Миронов, Белорет металлургия комбинатының генераль директоры Сергей Владимирович Федоров, Сермән ауыл хакимиәте башлығы Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова, Белорет педагогия колледжы студенты Азалия Әлмәтова ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Улар райондың, республиканың, ҡеүәтле металлургия комбинатың үҫеше, йәштәрҙең уҡыуҙа, спортта яуланған үрҙәре, бөгөнгөһө, киләсәге тураһында һөйләне.
Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан республикала юбилей миҙалдары булдырылды. Юбилей миҙалы менән республика үҫешенә тос өлөш индергән, эшендә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән граждандар наградлана. Был исемлектә Иҙел башының төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән 202 вәкиле лә бар. Йыл дауамында һөнәри һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә уңыштарға ирешкән яҡташтарға миҙалдар тапшырылып килде. Тантаналы йыйылышта ла уларҙың бер төркөмө наградланды. Муниципаль район Советы депутаты, район-ҡалала эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙә үҙ өлөшөн индергән Николай Иванович Аверьянов, Көньяҡ Урал дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған экологы, муниципаль район Советы депутаты Фәнүр Хажиғәле улы Әлибаев, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы директоры Александр Георгиевич Калинин, үҙәк район клиник дауаханаһының баш врачы урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы Фәнил Фаил улы Латипов, ҡала Мәҙәниәт һарайы директоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сергей Борисович Михайлов, Белорет ҡала-район инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Ирина Александровна Реус, ҡала Советы депутаты, “Металлург туҡланыу идаралығы” йәмғиәтенең генераль директоры, Республика аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре Василий Антонович Савчук, оҙаҡ йылдар Сермән ауыл хакимиәтендә эшләгән, әле лә йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡан Бибинур Әйүп ҡыҙы Сафина, Башҡортостан Республикаһының халыҡ уҡытыусыһы, СССР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты, Белорет ҡала һәм районының почетлы гражданы Роман Григорьевич Хазанкин, муниципаль район Советы рәйесе, Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалы директоры Дилә Рәшит ҡыҙы Хәмзинаға Урал Салауат улы юбилей миҙалдары тапшырҙы.
Йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә, пенсионерҙар хоҡуғын яҡлауҙа өлөшөн индергән һәм йәмәғәт тормошонда актив ҡатнашҡаны өсөн Белорет металлургия комбинатының 3-сө ветерандар ойошмаһы рәйесе Людмила Николаевна Кочеткова һәм Белорет рессор-пружиналар заводының ветерандар советы рәйесе Разия Хамнажар ҡыҙы Сираева “Белорет районы һәм ҡалаһының почетлы ветераны” исеменә лайыҡ булды. Почетлы ветерандарҙы муниципаль район Советы рәйесе Дилә Рәшит ҡыҙы ҡотланы.
Тантаналы йыйылышта уҡыуҙа, спортта, сәнғәттә яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусы-студенттарға Башҡортостан, муниципаль район башлыҡтары стипендиялары тапшырылды. Республика Башлығы стипендияһына 17-се гимназия уҡыусыһы Илья Кожин лайыҡ булды. Илья, яҡшы уҡыуҙан тыш, быйыл гер спорты буйынса Рәсәй рекордсмены ла булды. Медицина колледжы студенты Азалия Ғиләзова, педагогия колледжы студенты Анастасия Давыдова, металлургия колледжынан Юлия Китикова, Башҡорт иҡтисад колледжы студенты Кирилл Плохов, Г. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты Ғәзинур Суфиянов, Өфө архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжының Белорет филиалы студенты Матвей Зайцевтар муниципаль район хакимиәте башлығы стипендианттары булды.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен эшкә йәлеп итеү - һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең генә түгел, хакимиәттең дә бурысы. Бөгөн ул уңышлы хәл ителә. Быйыл Иҙел башы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе 30-ға яҡын белгес менән тулыланды. Торлаҡҡа мохтаж белгестәр эштән фатир менән дә тәьмин ителә. Тантаналы йыйылышта Владислав Миронов үҙәк район клиник дауаханаһының табип-офтальмологы Рузана Вәлиева, Белорет балалар дауаханаһы фельдшеры Эмиль Зарипов, 19-сы Бюроның медик-социаль экспертиза буйынса табибы, үҙәк район клиник дауаханаһының табип-неврологы Әлмира Мусинаға фатир асҡыстары тапшырҙы.
Байрам сараһы ҡала Мәҙәниәт һарайы артистарының йөкмәткеле, сағыу концерты менән тамамланды.
Читайте нас: