Молдова президенты Игорь Додон Владимир Путинға тыуған көнөнә тыуған ауылы Садовтан өй шарттарында етештерелгән шарап бүләк итергә тигән вәғәҙәһен үтәүе тураһында хәбәр иткән.
Башта ул бүләген БДБ саммиты үткән Ашхабадка алып килергә уйлаған. Ләкин ул махсус борт менән түгел, ә ғәҙәти рейстар менән осҡанлыҡтан, был идеяһы тормошҡа ашмаған. Шунан ул бүләген Мәскәүгә оҙатҡан.
- Мин һүҙемдә торҙом, үҙем етештергән шарапты Мәскәүгә алып килдек, - тигән Игорь Додон ТАСС хәбәрсеһенә.
Рәсәй лидерына үҙе эшләгән шарап бүләк итергә теләүе тураһында Додон телеканалдарҙың береһендә эфир вакытында әйткән ине. Додон Путиндың бер нисә тапҡыр молдова шарабын маҡтауы тураһында ла әйткән.
Ғөмүмән, Молдовала дәрәжәле ҡунактарға Криковтағы данлыҡлы шарап подвалдарынан шшарап бүләк итеү ғәһәте бар. 2002 йылда ла Путиндың Кишиневҡа килеүе уның тыуған көнөнә тура килгән ине. Ул ваҡытта Рәсәй президенты бүләк сифатында бер нисә йөҙ раритетлы шарап ҡабул итеп алған булған.
Иң ҡыҙығы шунда - был бүләктәрҙе лидерҙар тыуған илдәренә алып ҡайтып китмәй, ә Криковтағы махсус винотекала өлгөрөргә, тәмләнергә ҡалдыра. 2017 йылда инде Молдова президенты Путинға шәхси коллекцияһынан бер нисә шешә шарап алып килгән.