“НАТО уставын бер кем дә ғәмәлдән сығарманы әле. Ә унда үҙ ойошмаһының ағзаларына хәрби ярҙам күрһәтеү тигән өлөш бар. Был хәрби блок, һәм әлбиттә, хәрби блок инфраструктураһы беҙҙең сиктәргә яҡынлаша икән, ул беҙҙә шатлыҡ хисе тыуҙырмай, – тине Путин Сәғуд Ғәрәпстанына сәфәр ҡылыр алдыннан Al Arabiya, Sky Nеws Arabia һәм RT Arabic ғәрәп телеаналарына биргән әңгәмәһендә.