«Башҡортостан биләмәһендә лә аҙна уртаһында температура нулгә яҡынлаша, ә ял көндәрендә төндә ҡырауҙар хәүефе арта», — тип тапшыра ТАСС «Фобос» һауа торошо үҙәгенең әйҙәүсе белгесе Елена Волосюктың белдереүен.
«Аҙна аҙағында Волга буйы федераль округында йәшәүселәрҙе ҡыш алдынан була торған һауа торошо көтә, температура уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән яҡынса ике-өс градусҡа түбән була. Шишәмбенән башлап республикала температура төшә башлай, аҙна уртаһында төнгө температураның нулгә яҡын булыуы көтөлә, аҙнаның икенсе яртыһында көндөҙгө сәғәттәрҙә плюс 1-6 градустан артмай, ямғырға епшек ҡар ҙа ҡушыла. Ял көндәрендә төндә 0 — минус 5 градусҡаса һыуыта», — тине Елена Волосюк.