Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 13:55

Түләмәйәсәкбеҙ? Ысынмы?

2020 йыл алып киләсәк яңылыктарның береһе был.

2020 йыл алып киләсәк яңылыктарның береһе был.
Рәсәй тимер юл вокзалдарында санитар бүлмәләргә кереп сығыу өсөн аҡса түләргә кәрәкмәйәсәк. Илебезҙең ҙур ҡалаларында йыраҡҡа йөрөтөүсе 344 тимер юл вокзалы бар. 80 станцияла бәҙрәфкә әле үк аҡсаһыз керәләр. Ә 2020 йылдың 1 ғинуарынан бер генә тимер юл вокзалында ла аҡса һорап ултырыусы “кассир” булмаясаҡ. Был турала тимер юл вокзалдары дирекцияһының матбуғат хеҙмәте биргән мәғлүмәттәргә таянып, ТАСС хәбәр итә.
Бындай аҙымға барыуҙың төп сәбәбе – граждандарҙың ризаһыҙлыҡ белдергән күп һанлы мөрәжәғәттәре. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә 87 вокзалда әлеге түләүҙәрҙең үҙ-үҙен иҡтисади яҡтан аҡламауы асыҡланған.
Шунан һуң РЖД-ның имиджын яҡшыртыу, ҡәнәғәт пассажирҙар һанын арттырыу маҡсатында санитар бүлмәләргә бушҡа керергә рөхсәт бирергә кәрәк тигән ҡарарға килгәндәр.
Читайте нас: