Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 10:56

Владимир Путин Иран мәнфәғәттәрен хөрмәтләү яҡлы

Бөгөн, иртәгә Рәсәй Президенты Владимир Путин Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Берләшкән Ғәрәп әмирлектәре етәкселәре менән осрашасаҡ. Президенттың эш сәфәре күптән әҙерләнә һәм ул күҙәтеүселәр тарафынан бик ваҡытлы, тип иҫәпләнә.

Яҡын Көнсығышта хәлдәр бер ҙә тыныс түгел. Сүриә менән Төркиә араһында урындағы һуғыштар бара, Сәғүд Ғәрәбстанының нефть эшкәртеү заводына һөжүм иттеләр, Ирандың нефть танкерын шартлаттылар.
Рәсәй Президенты быға тиклем Иран президенты Хәсән Роухани менән осрашты. Шуға күрә Сәғүд Ғәрәбстаны короле һәм Ғәрәп Әмирлектәре етәксеһе менән осрашыуҙа ошо төбәктә низағтарҙы һөйләшеүҙәр ярҙамында хәл итеү, артабан хеҙмәттәшлекте үҫтереү мәсьәләләре ҡаралыуы бик ихтимал.
Сәғүд Ғәрәбстаны АҠШ-тан иң күп ҡорал һатып алған илдәрҙең береһе, ләкин нефть эшкәртеү заводына һөжүм океан аръяғында эшләнгән һаҡланыу сараларының ышанысһыҙ икәнлеген иҫбатланы. Владимир Путин короллек етәкселәренең иғтибарын сифатлы Рәсәй ҡоралының өҫтөнлөктәренә йүнәлтүе бик мөмкин, тип иҫәпләй күҙәтеүселәр.
#ВладимирПутин
Читайте нас: