ТурСтат аналитиктары рейтингты интернет һорау алыу нигеҙендә төҙөнө. Һорау алыуҙа октябрҙән 5 меңгә яҡын сайтҡа инеүселәр ҡатнашты. Респонденттарҙың 25 проценты иң яҡшы сноубордта шыуыу курорты тип Сочилағы “Роза Хутор”ҙы атаны. Тауыш биреүселәрҙең 15 проценты Сочилағы “Красная Поляна”ны һайланы. “Абҙаҡ” тау саңғыһы курорты өсөн 13 проценты тауыш бирҙе.
Һуңғы 10-ау иҫәбендә Мурманск, Свердловск, Силәбе, Ленинград өлкәләре һәм Татарстан Республикаһы. Портал мәғлүмәттәре буйынса, сноуборд спорты менән 3 миллиондан ашыу кеше шөғөлләнә һәм 30 йәшкә тиклемгеләрҙе ылыҡтыра.