Республикала “Агростартап” грантына дәғүә итеүселәрҙе һайлап алыу конкурсы тамамланды. “Фермерҙарҙарға булышлыҡ итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” төбәк проекты “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Бүленгән аҡсаға төп эшмәкәрлекте үҫтереүгә, ер участкалары, мал, ҡоролма, ауыл хужалығы техникалары алырға мөмкин. 2 млн. һумдан кәм грант алған фермер йыл дауамында бер эш урыны, ә 3 млн. һумдан ашыу алғаны 2 эш урыны булдырырға бурыслы.
2019 йылда төбәк проектын тормошға ашырыуҙа Башҡортостан федераль ҡаҙнанан 312 млн. һум аҡса алды. 2024 йылға тиклем финанслау 2 млрд һумғаса артасаҡ.
Белорет районы һәм ҡалаһында 217 крәҫтиән-фермер хужалығы иҫәпләнә. Ошо көндәрҙә тағы ла өс кеше хужалыҡтар рәтен тулыландырҙы. “Агростартап” грантын Рысыҡайҙан Раян Латипов, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Айгиз Вәлиев йылҡысылыҡты, ә Сәфәрғол ауылынан Айзилә Хәйруллина ҡортсолоҡто үҫтереү өсөн алды. Улар 3 млн һумға тиклем грантҡа лайыҡ булды һәм аҡсаларын техника, мал, башҡа кәрәк-яраҡтар алыуға тотонасаҡтар.