Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 19:01

Дезинфикациялауҙың яңы ысулы

“Дезинфекция” һүҙен ишетеү менән, ғәҙәттә, мал компекстарын эшкәртеүҙе күҙ алдына баҫтыраһың. Фермерға дезинфекция нимәгә кәрәк һуң?

“Дезинфекция” һүҙен ишетеү менән, ғәҙәттә, мал компекстарын эшкәртеүҙе күҙ алдына баҫтыраһың. Фермерға дезинфекция нимәгә кәрәк һуң?
Малдың тәнендә күберәген зарарһыҙ бактериялар йәшәй. Шулай ҙа бактериялар һарайҙың йылы һәм дымлы мөхитендә, тиҙәккә йәки ҡалған мал аҙығына эләгеп тиҙ үрсеп, йәш малда ғына түгел, олоһонда ла төрлө сирҙәр тыуҙырыуы ихтимал. Был осраҡта инде малдың продуктлылығы ғына кәмеп ҡалмай, уның үлеменә лә килтереүе мөмкин. Һарайҙағы бактерияларҙы ябай ысулдар менән таҙартыу ҙа файҙа килтермәйәсәк.
Сирҙе дауалағанға ҡарағанда, уны иҫкәртеүе файҙалы икәнен дә һәр ветеринар әйтер. Бында һеҙгә тик дезинфекция ғына ярҙам итер. Уның төп маҡсаты - ауырыу тыуҙырыусы микроорганизмдарҙы бөтөрөү.
Дезинфекциялауҙың һөҙөмтәле алымдарының береһе - махсус генератор ярҙамында булдырылған эҫе томан. Ниңә был алым ғына һөҙөмтәле һуң? Дезинфициялаусы иретмәнән булдырылған томан һауаны ғына зарарһыҙландырып ҡалмай, ул һарайҙың төрлө мөйөштәренә үтеп инә.
Эҫе томандың тағы ла бер өҫтөнлөгө бар. Матдәне зарарһыҙландырыу маҡсатында ғына түгел, ә паразиттарҙы, бәшмәкте бөтөрөү, ҡан һурыусы бөжәктәрҙе ҡурҡытыу өсөн дә файҙаланырға мөмкин. Шулай уҡ эҫе томан йәш малда, антибиотик һәм антисептик иҙмәләрен һиптереп, үпкә ауырыуҙарын иҫкәртеү йәһәтенән ҡулланыла.
Үрҙә әйтелгәнсә, эҫе томан махсус ҡоролма ярҙамында ғына булдырыла. Махусус генераторы булған Белорет район-ҡала ветеринария станцияһы мал биналарын дезинфекциялау, дезинвазиялау һәм дезинсекциялау хеҙмәте тәҡдим итә.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙ булһа, 4-73-79 телефоны буйынса шылтырата, участка ветеринарҙарына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Читайте нас: