Һуңғы ай яңылыҡтарында кѳн һайын тиерлек йәйәүлеләрҙең машинанан тапалыу осрағы хәбәр ителә.
9 ай эсендә йәмғеһе 805 ошондай юл фажиғәһе теркәлгән. Был иһә дѳйѳм юл-транспорт ваҡиғаларының һәр ѳсѳнсѳһѳ тигән һүҙ. Анализ һѳҙѳмтәһенә ярашлы, шуларҙың 353-ѳндә йәйәүле үҙе ғәйепле. Бынан тыш, үлеүселәрҙең һәр дүртенсеһе лә - йәйәүле. 73 үлемесле аварияның 58-ендә, мәҫәлән, йәйәүленең ғәйебе асыҡланған.
Йәйәүлеләргә бәйле юл ваҡиғалары, нигеҙҙә, тәүлектең ҡараңғы мәлендә һәм торама пункттар араһындағы яҡтыртылмаған юл участкаларында була. Ҡара кейемле кешене был осраҡта абайлауы еңел түгел.
Тәүлектең ҡараңғы ваҡытында 9 ай эсендә ошондай 283 юл ваҡиғаһы теркәлһә, шуларҙың 55-е йәйленең үлеме менән тамамланған.
Юл йѳрѳү фажиғәгә килтермәһен ѳсѳн ҡараңғы мәлдә асыҡ тѳҫтәге кейем кейергә, яҡтылыҡты сағылдырыусы предметтар йѳрѳтѳргә кәңәш ителә.
Иртәле-кисле мәктәп юлын тапаған балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында ла онотмаһаҡ ине. Водителдәр - уяуыраҡ, ата-әсәләр ҡәтғирәк һәм талапсаныраҡ булһын был осраҡта.