Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 11:34

Рәсәй лидеры Рәсәй менән АҠШ мөнәсәбәттәрендәге проблеманы атаны

Рәсәй Президенты Владимир Путин AL Arabiya, Ske News Arabia һәм RT Arabik телеканалдарына интервью бирҙе. Әңгәмә ваҡытында ул АҠШ-тың эске сәйәси хәле ил президенты Дональд Трампҡа Рәсәй менән мөнәсәбәттәрҙе көйләргә ҡамасаулай тип белдерҙе.

Владимир Владимирович, Мәскәү менән Вашингтон мөнәсәбәттәрендәге проблемалар арҡаһында ил властарының Трампҡа дәғңәләре юҡ, тине. “Беҙ барыбыҙ ҙа Ҡушма Штаттар президенты Трамп әфәнденең Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәре тураһында ниҙәр һөйләүе тураһында беләбеҙ. Беҙ һайлау алды кампанияһы барышында уны көйләү мөһимлеге тураһындағы белдереүҙәрен беләбеҙ”,- тине Рәсәй лидеры.
В.Путин, Мәскәү АҠШ-тың теләһә ҡайһы хакимиәте менән ул хәкимиәттең ни тиклем эшләү теләге булһа, шул тиклем эшләйәсәк тип тә әйтте.
Октябрь башында В.Путин Д.Трамп менән ышаныслы эшлекле мөнәсәбәтләр урынлашты тип белдергән ине. Рәсәй лидеры улар араһында яҡын бәйләнештәрҙең бер ҡасан да да булмауы, әммә илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең яҡшырыуына өмәтә барлығы тураһында белдергән ине.
#ВладимирПутин
Читайте нас: