Ат спорты буйынса турнир мартта башланғайны. Ә май айында үткән этабында Белорет районы һәүәҫкәр-жокейҙары Архангел, Асҡын, Мишкә райондары һәүәҫкәрҙәре менән ярышҡайны. Һөҙөмтәлә Сосновканан Альфред Мөхәмәтйәров “Карат” ҡушаматлы аты менән финалға үтте.
Ат өҫтөндә ныҡлы ултырған Альфред Белорет, Учалы, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарында үткән бәйгеләрҙә, һабантуйҙарҙа ҡатнашып, күптән инде танылыу яулаған. Финал турнирында иһә Күгәрсен, Көйөргәҙе, Хәйбулла, Стәрлетамаҡ, Бөрйән, Борай, Ҡыйғы, Федоровка, Белорет, Дыуан, Илеш, Бишбүләк райондары көс һынашты. Һуңғы этаптың беренсе заезында 12 район араһынан Альфред финиш һыҙығына ун беренсе булып килде, икенсе заезында дүртенсегә сыҡты. Һөҙөмтәлә, туғыҙынсы урын.