Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 18:27

Яҡташыбыҙ - мәртәбәле премия лауреаты

Ошо көндәрҙә Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов Шәһит Хоҙайбиҙин исемендәге премияның быйылғы лауреаттарына Дипломдар тапшырҙы.

Абруйлы премияға “Башҡортостан ”гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Лариса Абдуллина, “Ҡыҙыл таң” гәзитенең бүлек мөдире Фәнүс Хәбибуллин, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин һәм “Башинформ” агентлығы хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин лайыҡ булды.
Яҡташыбыҙ, Аҙналы егете Рафиҡ Әхмәтшин мәртәбәле наградаға үҙенең замана проблемаларын өйрәнеп эшләгән репортаждары өсөн лайыҡ булды.
“Урал” гәзитендә лә тәжрибә тупланған ҡәләмдәш-яҡташыбыҙҙы тос һәм лайыҡлы еңеүе менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас: