Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 05:48

"Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары ваҡытында сафҡа инергә тейеш"

Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаровтың Өфө ҡалаһында һәм Өфө районында милли проекттар сиктәрендә төҙөлөүсе мәғариф объекттарындағы хәлдәрҙе урында өйрәнеүе осраҡлы түгел. Финанслау, төҙөлөш материалдары ташыу тейешле кимәлдә ойошторолһа ла эштәрҙә артта ҡалыуҙа юл ҡуйылған.

Өфөнөң Дим районында балалар баҡсаһы йыл аҙағына тиклем сафҡа инергә тейеш, ләкин төҙөүселәр икенсе ҡатты ғына күтәрә башлаған, электр менән тәьмин итеүгә, тәҙрәләрҙе ҡуйыуға һуңлап тотонғандар. Андрей Назаров балалар баҡсаһын төҙөү буйынса эштәрҙе яйға һалыуға ҡәтғи күрһәтмәләр бирҙе. Өфө районының Зубов ауылындағы 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы шулай уҡ милли проект сиктәрендә төҙөлә, бындағы эштәр ҙә төҙөүселәр алдына етди бурыстар ҡуя. Бында бөгөн эске биҙәү эштәренә тотонғандар, электр, вентиляция үткәрелә, төҙөкләндереү бара.
Премьер-министр урынбаҫаһы вазифаһын башҡарыусының кәйефе Өфө районының Чесноковка ауылына килгәс, шаҡтай күтәрешле. Чесноковка халҡы түҙемһеҙләнеп көткән 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп, 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы оҙаҡламай, төҙөлөп бөтәсәк. Мәктәптә ашхана, медпункт, китапхана, музыка, спорт, гимнастика залдары заманса буласаҡ. Төҙөүселәр эске стеналарҙы биҙәү эштәрен тамамлай, төҙөкләндереү ҙә яҡшы ойошторолған. Мәктәп, уның эргәһендәге балалар баҡсаһы йәш ғаиләләр өсөн ифрат уңайлы. Мәғариф учреждениеһы декабрь баштарында балаларҙы һәм уҡыусыларҙы ҡабул итәсәк.
#нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: