+1 °С
Ҡар
Антитеррор
Вк
Ок
Телеграмм
Дзен
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 12:22
"Һәр мәктәптә, һәр балалар баҡсаһында сүп-сар айырым йыйылырға тейеш»
Бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров барлыҡ дәүләт учреждениеларында, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойошторорға ҡушты. Уның фекеренсә, шул рәүешле республикала йәшәүселәрҙең бала саҡтан уҡ сүп-сарҙы сорттарға айырыу ғәҙәтенә инер.

Оперативкала рөхсәтһеҙ асылған сүплектәр мәсьәләһе лә тикшерелде. Туғыҙ айҙа уларҙың ундан бер өлөшө генә юҡ ителгән. Ошолай яй эшләүҙең сәбәбе - муниципалитеттарҙың аҡсаһы етмәүҙә.
Экология министры вазифаһын башҡарыусы Урал Искәндәров 1200 градуслыҡ температурала ҡый яндырған һәм ҡалдыҡтарҙы таҙартыу өсөн фильтрҙары булған күсмә сүп-сар яндырыу ҡулайламалары һатып алыу тәҡдимен индерҙе. Радий Хәбиров тораҡ пункттарҙан алыҫта ошо ҡулайлама менән тәжрибә үткәрергә һәм уларҙың экологик стандарттарға тап килеү-килмәүен тикшерергә ҡушты.
Читайте нас:
Беҙ - телеграмда!
Ошонда баҫып, "Урал" гәзитенең телеграмм каналына рәхим итегеҙ!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять