Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 06:30

Ашығыс ярҙамдың яңы мөмкинлектәре

Бындай яңылыҡ 345 ашығыс ярҙам машинаһында урынлаштырыласаҡ.

Бындай яңылыҡ 345 ашығыс ярҙам машинаһында урынлаштырыласаҡ.
“Сәләмәтлек һаҡлау” милли проектының “Сәләмәтлек һаҡлау өлкәһендәге берҙәм дәүләт мәғлүмәти системаһы нигеҙендә сәләмәтлек һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостанда ашығыс ярҙам бригадаларын планшетлы компьютерҙар менән тәьмин итеү эшенә дәүләт контракты төҙөлдө.
Компьютерлы планшеттарҙың бер өлөлөшө республиканың медицина учреждениеларына бирелде һәм тест рәңешендә эшләй башланы ла инде.
- Әлеге ваҡытта махсус тәьмин итеү программаһын, һаҡлау системаһын урынлаштырыу һәм техник техник мәлдәрҙе яйға һалыу бара. Программистар саҡырыуҙарға сығып, етешһеҙлектәрҙе һәм барлыҡҡа килгәндәрен бөтөрөү өҫтөндә эшләй. Мәҡлүмәт биреүҙең өләгә төрөнә тулыһынса алдағы йылдың аҙағына тиклем күсеп бөтөргә иҫәпләйбеҙ, – ти ашығыс ярҙам һәм медицина катастрофалары республика станцияһының медицина өлөшө буйынса баш табиб урынбаҫары Александр Степанов.
Планшетлар ярҙамында медиктар онлайн режимында шылтыратыу ҡабул итә, юлда уҡ ауырыуҙың сирҙәр тарихын өйрәнә, беренсел медицина документтарын тултыра һәм дауаханаға ауырыуҙың хәле һәм буласаҡ ярҙам тураһында хәбәр ебәрә тора. Дауаханалар үҙ сиратында алынған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, алдан уҡ ауырыуҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Бындай әҙерлек киҫкен осраҡтарҙа кеше ғүмерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.
#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан;
Читайте нас: