Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 22:52

Флюорография үҙе килә

Республикала күсмә медтехника берәмектәре икәүгә артты.

Республикала күсмә медтехника берәмектәре икәүгә артты.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Стәрлетамаҡ һәм Октябрьский ҡала дауаханаларына күсмә флюорография тапшырылды. Техника “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһы үҫеше” төбәк проекты сиктәрендә алынды.
Күсмә флюорография ҡоролмалары йыраҡ торак пункттарҙа йәшәүселәрҙе, студенттарҙы һәм мәктәп уҡыусыларын, эре предприятие эшселәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнә, динеләр ведомствола.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл ете күсмә медицина флюорография һатып алынасаҡ. Беренсе икәүһе Өфөгә Беларусь Республикаһынан килде. Әлеге ваҡытта дауаханаларблансында 18 тәгәрмәсле медтехника берәмеге бар.
Читайте нас: