Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Октябрь 2019, 16:57

Республикала тәьмин итеүселәр ҡарабойҙайҙың ҡиммәтләнеүен хәбәр итте

Башҡортостанда тәьмин итеүселәр ҡарабойҙай ярмаһына хаҡты күтәрҙе.

Башҡортостанда тәьмин итеүселәр ҡарабойҙай ярмаһына хаҡты күтәрҙе.
Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы рәйесе Фәрит Ғиндуллин һүҙҙәренсә, хаҡтар сентябрҙә үк үҙгәрә башлаған. Бөгөн яҡынса 15% артыу теркәлә, тип хәбәр итә РБК-Өфө.
«Сентябрҙә сауҙа предприятиелары ҡарабойҙайҙың бер килограмын 35 һумдан алһа, кисә уны 46 һумдан алды», — тип аңлатты Ғиндуллин.
Шуға ҡарамаҫтан, ҡиммәтләнеүгә бәйле, республиканың сауҙа селтәрҙәрендә ҡарабойҙай ярмаһы тирәләй шау-шыу юҡ. Әлегә хаҡты арттырыуҙың сәбәбе хәбәр ителмәй.
Читайте нас: