Күҙәтеүселәр Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән ойошторолған Рәсәй-Африка саммитын уңышлы үтте, тип баһалай. Киләсәктә ошо форматтағы саммит өс йыл һайын ойоштороласаҡ, ә йыл һайын Рәсәй һәм Африка лигаһы илдәре сит ил эштәре министрҙарының форумын ойоштороу менән сикләнәсәк.
Үҙ-ара һөйләшеп, аңлашыуҙың һөҙөмтәләрен киләһе йылдарҙа күрәсәкбеҙ. Рәсәйгә 20 миллиард долларлыҡ бурыстарынан ҡотолған Африка илдәре ҡәнәғәтләнеүен йәшермәй. Киләсәккә Рәсәй менән Африка илдәре араһында төҙөлгән 800 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр киләсәккә өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирә.
Континент илдәре менән хәрби-техник хеҙмәттәшлек тә йылдам үҫешә. Африкаға ҡараған илдәрҙең хәрби көстәре быйыл ғына 14 миллиард долларлыҡ ҡоралға заказ биргән. Беҙҙең ҡоралдың арзанлы һәм ябай булыуы Рәсәй техникаһын һайларға мөмкинлек бирә.
Рәсәй Президенты Владимир Путин форумда ҡатнашыусыларҙың иғтибарын иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә йүнәлтте. Рәсәй Президенты әйтеүенсә, беҙгә тауар әйләнешен иң кәмендә ике тапҡырға арттырырға кәрәк.