-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 11:06

Рәсәй Президенты эш хаҡын Мысыр Президенты менән уртаҡлашмаҡсы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙа үткән тәүге “Рәсәй-Африка” саммитының рәйестәше булған Мысыр коллегаһы Әбдел Фәттәх әс-Сисиға "ошо халыҡ-ара сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәткәне" өсөн рәхмәт әйтте һәм “эш хаҡымдың бер өлөшөн Мысыр Президентына түләргә тура килер” тип шаяртты.

Африка илдәре етәкселәре менән эшлекле иртәнге аш барышында Владимир Владимирович: “Мысырҙағы дуҫтар ярҙам итмәһә, бындай саммит булмаҫ та ине”, - тип билдәләне.
Ул әс-Сисиның эшкә булышлыҡ итеүен юғары баһаланы.
#ВладимирПутин