Быға тиклем Интернет селтәҙәрендә наркотик пропагандаһы һәм рекламаһы өсөн яза биреү тәҡдиме менән Эске эштәр министрлығы сығыш яһаған ине. Әлеге ведомство законға индереләсәк төҙәтмәләрҙе йәмәғәтселек тикшереүенә сығарған да инде. Президенттан айырмалы, министрлыҡ енәйәт язаһы түгел, ә бары тик административ яуаплылыҡ индерергә кәрәк тигән ине. Ошо йылдың ғинуарында әҙерләнгән документта бындай эшмәкәрлек өсөн 3 мең һумдан 4 меңгә тиклем штраф һалыу тәҡдим ителгән ине. Вазифалы шәхестәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр өсөн яза күпкә ҡатыраҡ булыр ине. Атап әйткәндә, Интернетта наркотиктар пропагандалаған өсөн уларға, Эске эштәр министрлығы фекеренсә, 1млн. һумға тиклем штраф йәки эшсәнлектәрен 90 тәүлеккә тиклем административ туҡтатып тороу янар ине.