Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 11:01

Рәсәй Президенты газ транзиты мәсьәләһен хәл итә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель менән телефондан Украина аша газ транзиты хаҡында фекер алышты, ти хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Германия канцлеры Ангела Меркель менән телефондан Украина аша газ транзиты хаҡында фекер алышты, ти хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Украина аша Рәсәй газы транзитына килешеү йыл аҙағында ғәмәлдән сыға. Рәсәй ғәмәлдәге килешеүҙе оҙайтыу яҡлы, ә Украина яңы килешеү төҙөүҙе талап итә. Рәсәйҙең Энергетика министры Александр Новак белдереүенсә, әгәр Киев үҙҙәренең закондарына Европа нормаларын ҡабул итһә, Мәскәү 2020 йылдан транзит буйынса ҡеүәттерҙе нығытырға әҙер. Ә "Газпром" етәксеһе Алексей Миллер, үҙ сиратында, яңы контракт төҙөр өсөн "Нафтогаз" менән суд бәхәстәрен тулыһынса көйләү талап ителә, ти.
#ВладимирПутин
Читайте нас: