Рәсәй Президенты Владимир Путин Венгрияға эш сәфәренә юлланды.
Сәфәр барышында ул Венгрия премьер-министры Виктор Орбан менән осраша. Дәүләт башлыҡтары төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләрен тикшерергә ниәтләнә. Көн тәртибенә шулай уҡ көнүҙәк халыҡ-ара темалар ҙа инә.
Рәсәй етәксеһе билдәләүенсә, Будапешт Евросоюзда Мәскәүҙең төп партнерҙарының береһе булып ҡала.