Башҡортостанда “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты актив тормошҡа ашырыла.
Шишмә май заводы былтырҙан бирле Европаға рапс майы ебәрә. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, май өсөн рапс етештереү менән Башҡортостандың 43 районынындағы ауыл хужалығы предприятиелары шөғөлләнә. Быйыл рапс майы орлоғо иң күбе Ауырғазы районында етештерелгән.
-Әлеге ваҡытҡа беҙҙең төбәктә был культураға бирелгән майҙандың 94 проценты йыйып алынды. 50 мең тонна рапс йыйылды. Былтырғы уңыш менән сағыштырғанда был 15 мең тоннаға күберәк тигән һүҙ, – тиҙәр ведомствола.
Бынан тыш, предприятие октябрь-ноябрь айында 8 мең тонна рапс орлоғо йыйып эшкәртергә тейеш. Шишмә заводының Евросоюз илдәренә 3,5 мең тонна рапс майы ебәреү тураһында килешеүе бар инде.
#национальныепроекты; #нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан