Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
31 Октябрь 2019, 18:57

Йоҙроғона хужа була алмағас...

Белорет районы полицияһына дауахананан мөрәжәғәт иткәндәр. Унда, баҡһаң, ауыр тән йәрәхәттәре менән 51 йәшлек ҡатын ярҙам һорап килгән.

Белорет районы полицияһына дауахананан мөрәжәғәт иткәндәр. Унда, баҡһаң, ауыр тән йәрәхәттәре менән 51 йәшлек ҡатын ярҙам һорап килгән.
Зыян күреүсе ҡатын аңлатыуынса, уны был хәлгә ире төшөргән. Эш былай булған. Ҡатын эштән ҡайтҡас, йорт эштәре менән булыша башлаған. Унан ниндәйҙер йомош менән күршеһенә ингән. Ул арала өйҙәге 56 йәшлек ире арыу ғына “төшөрөп” алған да, ишекте бикләп ҡуйған. Һөҙөмтәлә, ҡатын өйөнә керә алмай бер булған. Шунан ир һәм ҡатын әрләшеп киткән. Йорт хужаһы ҡатынына йоҙроҡ менән ташланған, шунан өйҙән сығып киткән. Ҡатын йоҡларға ятҡан, әммә иртән хәле хөртәйеүен тойоп, дауаханаға мөрәжәғәт иткән.
Йоҙроғона хужа булмаған иргә ҡаршы эш ҡуҙғатылған.
Читайте нас: