-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 18:53

Башҡортостанда Рәсәй почтаһы ноябрь байрамдарында үҙенең эш графигы тураһында хәбәр итте

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле, 2 һәм 4 ноябрҙә Рәсәй почтаһы бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә. Башҡортостанда 4 ноябрь барлыҡ почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял тип иғлан ителде.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөн байрам итеүгә бәйле, 2 һәм 4 ноябрҙә Рәсәй почтаһы бүлексәләренең эш графигы үҙгәрә. Башҡортостанда 4 ноябрь барлыҡ почта элемтәһе бүлексәләре өсөн ял тип иғлан ителде.
«Дәүләт байрамы алдынан, шәмбе 2 ноябрҙә, бөтә почта бүлексәләре билдәләнгән график буйынса эшләй, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, - тип хәбәр итте Федераль почта элемтәһе Башҡортостан буйынса иадаралығының матбуғат секретары Борис Слуцкий. - 4 ноябрҙә - Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә гәзит-журналдар таратылмай, почта йәшниктәренән хаттар алынмай. Ял һәм байрам көнө өсөн пенсия, пособие Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе менән килешеү буйынса таратыла».
5 ноябрҙә почта элемтәһе бүлексәләре ғәҙәти режимда эшләй.