Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2019, 16:38

Рәсәйлеләр Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй

Был байрамдың тамырҙары тәрәндә. Дүрт йөҙ йыл самаһы элек, 1612 йылдың 4 ноябрендә, төрлө дин, милләт һәм ҡатлам кешеләре, бергә тупланып, халыҡ-ара ыҙғыш һәм болғаныштарға сик ҡуйып, Ватаныбыҙҙы сит ил баҫҡынсыларынан ҡотҡарҙы.

Был байрамдың тамырҙары тәрәндә. Дүрт йөҙ йыл самаһы элек, 1612 йылдың 4 ноябрендә, төрлө дин, милләт һәм ҡатлам кешеләре, бергә тупланып, халыҡ-ара ыҙғыш һәм болғаныштарға сик ҡуйып, Ватаныбыҙҙы сит ил баҫҡынсыларынан ҡотҡарҙы.
Ул көндәр ваҡиғалары Рәсәй дәүләтен тергеҙеү һәм нығытыу, милли татыулыҡ һәм йәмғиәт берҙәмлеге символына әүерелде. Был көндө беҙ ҡатмарлы, ауыр һынауҙарҙа Тыуған илен һаҡлаған күп милләтле Рәсәй халҡының, бөтә быуын кешеләренең берҙәмлеген һәм ватансылығын хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Был байрамды беҙ илебеҙ азатлығын һаҡлап алып ҡалған һәм Рәсәй дәүләтселеген нығытҡан халҡыбыҙҙың тарихи батырлығына хөрмәт булараҡ билдәләйбеҙ. Берҙәмлек тойғоһо, илебеҙ өсөн ғорурлыҡ, уның киләсәктә сәскә атыуына бар тырышлыҡты һалыу беҙҙе бөгөн берләштерә. Был иҫтәлекле көндә, хөрмәтле ватандаштар, бөтә илебеҙ һәм тыуған Башҡортостаныбыҙ өсөн беҙ фиҙаҡәр хеҙмәт теләйбеҙ.
Был байрамда беҙ Рәсәй халҡының сағыу хәрби традицияларын таныуҙы, уларҙың батырлығын һәм ҡаһарманлығын, дәһшәтле ҡурҡыныс килеп тыуғанда туплана белеү оҫталығын хәтерҙә тотоуҙы күрәбеҙ. Ватанды сит ил баҫҡынсыларынан һаҡлауҙа халыҡтарҙың тотороҡлолоғо, ватансылығы, үҙ-үҙен фиҙа ҡылырға әҙерлеге кеүек иң яҡшы сифаттары күтәрелде.
Башҡортостан яугирҙарының дә азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы тарихтың сағыу бер бите булып тора. Улар, үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан һуң, Рәсәй армияһының күп кенә походтарында ҡатнашты, 1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәтте, Бөйөк Ватан һуғышында үҙҙәрен данға күмде.
Был байрамды билдәләп, Үткәл төп дөйөм белем биреү мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Рузидә Ғәйфуллина уҡыусылар менән ”Халыҡтар дуҫлығы” тип аталған класс сәғәте үткәрҙе.
Сара дуҫлыҡ темаһына мәҡәлдәр менән танышыуҙан башланды, унан байрамдың тарихына байҡау яһалды. Дмитрий Пожарский һәм Кузьма Мининдың батырлығы, Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарының ҡаһарманлығы, Халыҡтар дуҫлығы ордены тарихы, Дуҫлыҡ монументы тураһында бәйән ителде.
Сара һуңында уҡыусылар төрлө милләт костюмында кейенеп, дуҫлыҡ тураһында төрлө милләт шиғырҙарын һөйләне.
Читайте нас: