26 йәшлек Белорет ҡыҙы Александра Вояга Төркиәлә Queen Eurasia 2020 матурлыҡ конкурсында ҡатнаша. Ул төрлө илдәрҙең финалсылары араһында Башҡортостан исеменән сығыш яһай.
Финал 9 ноябрҙә була. Конкурста Черногориянан, Чехиянан, Монголиянан, Ҡаҙағстандан, Рәсәйҙән һәм башҡа илдәрҙән 30 ҡыҙ ҡатнаша.
Александра Вояга 2018 йылда «Мәскәүҙең беренсе Вице-һылыуҡайы» исемен яуланы. Инстаграмда Александра «үҙемдең тыуған яғым – Башҡортостан исеменән ҡатнашам» тип яҙҙы һәм табыныусыларынан үҙенә уңыштар теләүен һораны.