Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Ноябрь 2019, 22:35

Алкоголде асыҡлаған датчик

Юл ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт теүәл үтәгән, айыҡ һәм тотороҡло психикаға эйә булған "тимер" ат хужаларына юлда йөрөү еңелдән түгел, сөнки руль артына эскән килеш ултырғандарҙың ни ҡылырын белеп булмай. Авария осрағы килеп тыуғанда хатта тәжрибәле водителдәр ҙә ҡаушап ҡала.

Юл ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт теүәл үтәгән, айыҡ һәм тотороҡло психикаға эйә булған "тимер" ат хужаларына юлда йөрөү еңелдән түгел, сөнки руль артына эскән килеш ултырғандарҙың ни ҡылырын белеп булмай. Авария осрағы килеп тыуғанда хатта тәжрибәле водителдәр ҙә ҡаушап ҡала.
Бындай осраҡтарҙы булдырмау өсөн Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре эскән водителдәрҙе “ҡармаҡлау” йәһәтенән профилактик рейдтар, саралар үткәрә, әммә был фажиғәне бының менән генә бөтөрөү мөмкин түгел, ти улар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шундай аңһыҙ водителдәр арҡаһында кешеләрҙең, балаларҙың ғүмерҙәре өҙөлөүгә сәбәпле булған юл-транспорт ваҡиғалары туҡтауһыҙ теркәлеп тора. Американың National Highway Traffic Safety Administration агентлығы юлда эскән килеш йөрөүгә ҡаршылыҡ килтергән система уйлап тапҡан. Был система транспорт хужаһының эскән булыуын асыҡлай һәм уны ҡабыҙырға мөмкинлек бирмәй. Был детекторҙы алдау мөмкин түгел. Был алкотестер водитель ишеге яғына йәки руль артына беркетелә. Уның алкоголде асыҡлаған тын тишегенә әйбер тығып алдарға маташыусылар ҙа булған, хәҙер ул панель аҫтына йәшерелгән һәм уға тейеү осрағын белгертеүсе датчик урынлаштырылған. Беренсе детектор машинаны ҡабыҙыу нөктәһендә тора. Әгәр водитель брелок ярҙамында машинаны ҡабыҙған хәлдә лә, икенсе детектор тиҙлекте алмаштырыу ҡумтаһында тора. Датчик водителдең эскәнме-юҡмы икәнен асыҡлау өсөн бармағын сканерлай. Бөтә система ла ҡандағы алкоголь кимәле 0,08 промилдән артыҡ булмауын тикшерә. Оптимистар был системаның һәр автомобилдә 2-3 йыл эсендә урынлаштырылыуына ышанһа, пессимистар беҙгә 5-8 йылдан ғына килеп етәсәк тип иҫәпләй. Һәр хәлдә, был датчикты бѳтә автомобилдәргә ҡуйыу мотлаҡ тигән ҡануниәт индерһәләр, уның ярҙамында әллә күпме ғүмерҙәр һаҡланып ҡалыр ине.
Читайте нас: