Уның сәбәбе - предприятиеның күрше ѳлкә кооперативына 4,68 млн. һумлыҡ бурысы. РБК-Башҡортостан хәбәр итеүенсә, ваҡытлыса идара итеүсе, арбитраж управляющийҙарҙың “Агросәнәғәт комплексы предприятиеларын һауыҡтырыу финанс үҙәге” ассоциацияһы ағзаһы Наталия Суворова 4 ноябрҙәге хѳкүм актын баҫтырып сығарған.
Комбинаттың бурыс түләргә хәленән килмәүе тураһындағы дәғүәне Силәбе ѳлкәһенең “Коелгинское” ауыл хужалығы кооперативы йүнәлткән. “Белорет май-сыр комбинаты”нан талап ителгән сумма 4,68 млн. һумды тәшкил итә.
Берҙәм федераль реестрҙың банкротлыҡ тураһындағы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Арбитраж суды 24 октябрҙә үк күҙәтеү процедураһын уҙғарҙы. Кредиторҙарҙың талаптары ай дауамында ҡабул ителәсәк, эш йәһәтенән ултырыш иһә 2020 йылдың 23 ғинуарына тәғәйенләнгән.